Ул баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығына арналған. Күргәҙмәнең авторы – Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы Екатерина Рождественская. Фото проекты мәҙәни һәм тарихи бәйләнештәрҙе нығытыу, Башҡортостандың мираҫына иғтибар йәлеп итеү инициативаһы менән әҙерләнгән. Унда Рәсәйҙең билдәле кешеләре – эстрада, театр, кино артистары ҡатнашҡан. Күргәҙмә ҡунаҡтары Лев Лещенко, Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Лариса Долина һәм башҡа йондоҙҙарҙың фотопортреттарын күрә аласаҡ. – Бөгөн Өфө үҙенең 450 йыллығына сираттағы шәп бүләк - “Өфөгә һөйөү менән“ фото проектын ҡабул итә. Унда ҡатнашҡан кешеләрҙең һәр береһе беҙҙең мәҙәниәт һәм көнкүреш элементтары менән фотоға төшкән, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Шулай уҡ республиканың Милли музейында “Өфө – 450. Кешеләр һәм ҡала” фотокүргәҙмәһе эшләй. Проект авторҙары – билдәле фотохәбәрселәр Вячеслав Стрижевский һәм Рәиф Бадыков. Фото: glavarb.ru