Илгиз Тимербай улы Ниғмәтуллин Талбазылағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә физкультура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен, “Хәүефһеҙлек мәктәбе” түңәрәген алып бара. Үҙ эшен ысын күңелдән ярата, мәктәптә хәҙер тиҫтә йылға яҡын уҡыта ул. Бында белгес күпмелер тәжрибә туплап, башта – профессиональ белем биреү лицейында, аҙаҡ район хакимиәтенең физкультура һәм спорт секторы мөдире булып эшләгәндән һуң килә. Уға ҡәҙәр буласаҡ һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ физкультура институтында белем алған, әрме хеҙмәтен дә үткән. – Тәүге эш урындарымда толҡа тапманым, минең урын кеүек түгел ине, ә бына мәктәпкә килгәйнем, шунда уҡ күңелемә ятты, – ти уҡытыусы. – Һәр кеше үҙенә оҡшаған, ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡарырлыҡ эшен, үҙ мөхитен тапһа ғына, тулы бәхетле була. Илгиз Тимербай улы эшендә абруйлы хеҙмәткәр генә түгел, яҡшы ғаилә башлығы, хәстәрлекле атай ҙа. Ҡатыны Гөлназ Винер ҡыҙы ла – уҡытыусы, математика фәненән һабаҡ бирә. Татыу ғаиләлә дүрт бала– ике ул, игеҙәк ҡыҙҙар үҫә. Әлегә әсә кеше кескәйҙәр менән декрет ялында ултыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дуҫтар: конкурсыбыҙ тамамланыуға һанаулы ваҡыт ҡалды. Илгиз Ниғмәтуллин өсөн тауыш бирергә өлгөрөп ҡалығыҙ! Фотолар: И. Ниғмәтуллиндың шәхси архивынан.