Ғаиләбеҙ бик ауыр хәлдә тороп ҡалды: көтмәгәндә дүрт йәшлек улыбыҙ ныҡ итеп сирләп китте. Диагнозы бик етди ине, ваҡытында дауаламаһаң, инвалидҡа әйләнәсәк, тинеләр. Ҡатыным менән күп тә уйлап торманыҡ, ҙур-ҙур кредиттар алдыҡ һәм улыбыҙҙы Мәскәүгә алып барып дауаланыҡ. Шөкөр, дауа килеште. Малайыбыҙ шәбәйҙе. Хәҙер уның һаулығына бер ниндәй ҡурҡыныс янамай. Тик ғаиләгә финанс яҡтан ҙур проблемалар килде. Улыбыҙҙы дауалап йөрөп, ҡатыным эшһеҙ ҡалды. Малай шәбәйһә лә, бер-ике йыл уны балалар баҡсаһына йөрөтмәҫкә, өйҙә тәрбиәләргә ҡушты табиптар. Үҙем төҙөлөш фирмаһында эшләп йөрөйөм. Быға тиклем бар кәрәк-яраҡҡа һәм ипотека түләүгә етеп торған аҡса күҙгә күренеп кәмене. Булған түләүгә тағы өс кредит өҫтәлде. Эш хаҡы уларҙы ҡаплауға етмәй башланы. Ашау, кейенеү, коммуналь түләүҙәр тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ни алып торорға кеше юҡ. Төп эшемдән тыш, тағы ике ергә урынлаштым. Кистәрен таксиға сығам, иртән йөк бушатам. Тик ул ғына аҡса етмәй шул. Ялһыҙ эшләй торғас, һаулығыма зыян килә башланы. Шу