Туристар Магнитогорскиҙан килгән булған. Кесе Ямантауҙан төшөп килгәндә уларға урман батшаһы осрай. Ҡурҡып ҡалған сәйәхәтселәр Инйәрҙең икенсе яҡ ярына сығырға уйлаһа ла, йылға ныҡ ташҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ямғырҙар арҡаһында йылғала һыу кимәле күтәрелгән, ағым бик көслө булған, шуға күрә туристар ҡотҡарыусыларҙы саҡырған. Ярай әле улар ваҡытында килеп, туристарҙы катамаранда алып китә.
Фото: UfaTime.ru