Төндә Әбйәлил районының Озерный ауылын һыу баҫҡан. Көслө ямғырҙар һөҙөмтәһендә 7 августан 8 авгусҡа ҡараған төндә Йәштәр һәм Мәктәп урамдары һыу аҫтында ҡалған. Ваҡиға урынында Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының оператив төркөмө эшләй. Халыҡҡа хәбәр ителә. Эвакуация осрағына “Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы” дәүләт бюджет учреждениеһының Әбйәлил ауылында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ҡаралған. Биш автобус әҙерләнгән. Халыҡ эвакуациянан баш тарта. Эҙемтәләрҙе бөтөрөү экскаватор, ике “МАЗ” һәм ике “Камаз” йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта һыу ағымы урынында соҡор ҡаҙыу, өйөмдө таратыу эше алып барыла. Шулай уҡ Озерный бүлексәһе – Күсем руднигы төбәк автомобиль юлы ситен быуыу буйынса эштәр алып барыла. Урамдарҙа һыу кәмей башлаған. Хәл контролдә тотола. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда “112” телефонына шылтыратығыҙ. Фото: t.me/mchsrb01/8882?single