Сибай ҡалаһының перинаталь үҙәгендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы яңыртыу эштәре 2019 йылда уҡ башланды. Иң беренсе нәүбәттә бинаны йылытыу, һыу тәьминәте, канализация системаһы һәм тәҙрәләр алмаштырылды, шулай уҡ йөк лифты барлыҡҡа килде. Артабан әсәләр бала тапҡандан һуң ятҡан бүлектә ремонт уҙғарылды. 2024 йыл башында бала табыу йортон яңыртыуҙың тағы бер этабы тамамланды--1-се ҡаттағы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.Әлеге ваҡытта “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы сиктәрендә, Урал аръяғында һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү, матди-техник базаһын нығытыу маҡсатында медицина учреждениеһының 2-се ҡатында капиталь ремонт бара. Ремонт эштәренә Башҡортостан Республикаһы бюджетынан аҡса бүленә. - Икенсе ҡаттың планировкаһы үҙгәртелә, стена, иҙән, түбә—барыһы ла яңы төҫ аласаҡ,- ти Сибай үҙәк дауаханаһы баш табибының педиатрия ярҙамы буйынса урынбаҫары Фирүзә Аҡбулатова.-Ремонттан һуң икенсе ҡаттың яртыһын ҡатын-ҡыҙҙар ко