Үҙәк округ хәрби суды (Екатеринбург ҡалаһы) Фәрәретдинов Рөстәм Фәнил улын РФ Енәйәт кодексының 205.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип таныны (Террористик эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү) һәм биш йыл ярымға ҡаты режимлы колонияға оҙатты. Судта асыҡлауынса, сит ил агенты Р.С. Ғәббәсов, енәйәтсел ниәтен тормошҡа ашырыу маҡсатында, WhatsApp мессенджерында үҙенең туғаны Р.Ф. Фәрәретдинов менән аралаша. Ул туғанын “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә терроризмды пропагандалауға кешеләрҙе йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлектә ҡатнашырға күндерә. Р.С. Ғәббәсов пропаганда һәм вербовка эшен башҡарған өсөн үҙенең туғанына сәйәси йәшеренеү урыны бирергә һәм артабан Европа Берләшмәһе илдәренең береһендә гражданлыҡ алырға вәғәҙә итә. Фото: Ксения Калинина (Башинформ)