Найти тему
Башҡортостан гәзите

Искәндәр Ғәзизов тыуған көнөн билдәләй

Танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Белорет районының хозур мөйөшөндә урынлашҡан Йөйәк ауылында тыуып үҫкән егеттең ҙур сәхнәгә юлы нисек башланған икән? “Бала саҡтан иҫ киткес шуҡ, шаян, тиктормаҫ булып үҫтем. Ғаиләләге өс баланың иң кесеһе булыуым да тәьҫир иткәндер, бәлки. Әсәйҙең һандыҡҡа йыйып ҡуйған кәнфиттәрен урлап ашау, йә шул кәнфитте мәктәпкә алып барып класташтарҙы һыйлау тиһеңме – барыһы ла булды. Хатта үҙемдән биш йәшкә өлкән ағайымдың класындағы ҡыҙҙар менән шаярырға ла аптырамай торғайным”, - тип көлә йырсы. Искәндәр бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ бала булып үҫә, үҙе лә йырлай. “Тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡанымда: Ҡолаҡта сыңлай һаман, Өндәшә кеүек әсәм: “Ауыр саҡтар бик күп була, Түҙергә кәрәк, балам!” – тигән йырҙы башҡарғайным. Тулҡынланып һәм ҡурҡып залға ҡараманым да тиерлек. Йырлап бөтөп, залға күҙ һалғайным, оло йәштәге инәйҙәр, апайҙар араһында илап ултырыусылар ҙа бар ине...” – тип хәтерләй йырсы тәүге сығышын. 6-сы класта уҡығанында яҡташтарыбыҙ Роза Аҡкучукова менән Ғәли Хәмзин ауылға концерт ҡуйырға килде. Улар мине йырлатып ҡаранылар. Шул саҡта Роза апай мине – ауыл малайын Өфөлә үтәсәк 50 йәшлек юбилей кисәһендә йырларға саҡырҙы. Барып, “Үтте лә китте йәшлегем” йырын башҡарҙым. Әсәйем мәрхүмәнең яратҡан йыры ул”, - тип ҡәҙерле лә, һағышлы ла хәтирәләргә бирелә йырсы. Ә беҙ уны тыуған көнө менән ҡотлап, ижадының гөрләп сәскә атыуын, тамашасыһын яңынан-яңы йырҙар менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ! Фото: И. Ғәзизовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.