Буласаҡ ирем менән минең эш урынымда танышҡайныҡ. Ҙур банктың залында торам һәм кешеләрҙең төрлө һорауҙарына яуап бирәм, банкомат менән эш иткәндәргә ярҙам итәм. Шул саҡта ул мине оҡшатҡан икән, иртәгәһенә тағы килде һәм кафеға саҡырҙы. Шулай танышып киттек, ярты йыл да үтмәй өйләнештек.
Ҡуртымға фатир алып йәшәй башланыҡ. Эйе, уның да, минең дә торлағым юҡ шул. Тик йәш саҡта ундай ваҡ-төйәк тураһында уйлап тораһыңмы һуң? Иң мөһиме - мөхәббәт бар, тиһең. Аҡсаһын яйлап эшләрбеҙ әле тип уйланыҡ.
Ирем мине әллә көнләште, әллә башҡа сәбәбе булдымы, тик өйләнеү менән эшләгәнемде яратмай башланы. Тәүҙәрәк алып барып ҡуя, кис килеп ала ине. Тора-бара уныһы ла туҡталды.
– Кит шул эшеңдән, тораһың кеше хеҙмәтләндереп, – тип әйтә башланы.
– Ипотека алырға, фатирлы булырға кәрәк, бергә эшләһәк, тиҙерәк аҡса йыйырбыҙ, – тип ҡараным, тик ул ишетергә лә теләмәне.
Шулай әрләшә-әрләшә бер йыл самаһы йәшәгәс, ул мине эштән китергә күндерҙе.
– Мине үрләттеләр, ирең хәҙер - бүлек начальнигы, аҡса ла артты, ултыр өйҙә һәм бөттө. Нимәгә күпме аҡса кәрәк, үҙем бирермен, – тине ул.
Эшем оҡшай, коллектив та бик һәйбәт, татыу ине. Тик, иремде юғалтҡым килмәгәс, күндем, эштән киттем. Һәм беләһегеҙме, өйҙә ултырыу яйлап оҡшай башланы. Иремә лә рәхәт: ҡайтыуына ашарға бешкән, өй йыйыштырылған. Тәүҙә аҡса менән дә проблема булманы. Ҙур ғына сумманы сығарып бирә һәм нисек теләйем шулай тотонорға рөхсәт итә ине.
Миңә рәхәт: сериалдар ҡарайым, туйғансы йоҡлайым, әхирәттәрем килә, улар менән аралашабыҙ. Тик бер йыл самаһы ваҡыт үткәс, ялҡыта башланы. Эштән арып ҡайтҡан әхирәттәр ҙә миңә килгәнсе үҙҙәренә ҡайтып ял итеүҙе хуп күрә башланы. Ҡарамаған сериал, кино ҡалманы. Ә ир көнө-төнө эштә. Уның менән берәй ҡайҙа барыу, күңел асыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Ул бит арый.
Быныһына ла түҙер инем, бер заман ирем аҡсаһын йәлләй башланы. Һорауым була, нимәгә ул, ти. Шунан хаҡтарҙы иҫәпләй ҙә һанап ҡына бирә. Магазиндан ҡайтҡас, чектарҙы күрһәтергә һәм ҡалған аҡсаны кире ҡайтарырға тейешмен. Был хәл оҡшамаһа ла, башҡа юлым юҡ. Үҙем бит аҡса эшләмәйем.
Кейәүгә сығыуыма дүрт йыл булды. Үҙем һаман өйҙә ултырам. Ни балабыҙ юҡ. Ирем, ҡабаланмайыҡ, тәүҙә фатир алайыҡ, ти. Әсәйемә хәлемде һөйләһәм, айырыл, һин ҡол түгел, ти. Башым ҡатҡан. Ҡалай дөрөҫ һуң ул? Ни эшләп йәшәй-йәшәй йәлсеккә әйләнде был ир? Минең әллә ни эшкә лә сыҡҡым килмәй хәҙер. Иртүк тор, маршруткала бар, көнө буйы аяғөҫтө эшлә лә ҡайтып өй ҡара, ашарға бешер... Юҡ инде, кәрәкмәй. Тик аҡса теләнселәп ултырыуы ла оҡшамай. Бәлки миңә берәйегеҙ кәңәш бирер. Нимә эшләйем икән?
Автор: Альфия Мингалиева