Баш ҡалабыҙҙа 12 урында дөйөм оҙонлоғо 29 километр булған юл селтәрендә ремонт бара. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар “милли проектына (национальный проект “Безопасные качественные дороги“) ярашлы тормошҡа ашырыла. “Нижегородка” биҫтәһендәге Благовар урамында 1,3 километр оҙонлоҡта, ә Дзержинский урамында 1,3 километр арауыҡта ремонт бара. Карпово – Шакша автомобиль юлы ла тәртипкә килтерелә. Ҡалаға ингән урында 8,5 километр оҙонлоҡта Затон шоссеһында ремонт тамамланды. “Ашығыс ярҙам” машиналарына Башҡортостан дәүләт медицина университетына һәм Республика клиник онкология үҙәгенә үтеү юлын яҡшыртыу өсөн Р.Зорге урамының СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан алып Шәфиев урамына тиклем арауыҡта ремонт башҡарыла. Бында асфальт япмаһының өҫкө өлөшө һалынған да инде. Бынан тыш, Өфөнән аэропортҡа илткән юлда, Дим шоссеһында, Ҡариҙел яры буйы урамдарында һәм башҡа урындарҙа ла ремонт эштәре бара. Фото: “Башинформ”.