ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕКТӘРЕ Был - заман талабы Ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә, ҙур ауылдарҙа парктар барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ. Йәшел зоналар ял итеү урыны ғына түгел, улар шау-шыулы ҡаланың үпкәһендәй беҙҙе кислородҡа байыҡтыра, тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. Хәйер, һәр парктың үҙенә генә хас йүнәлеше, һулышы, йәне бар кеүек, минеңсә. Хәтерҙә, бынан ярты быуат элек беҙ, тәбиғәт ҡосағынан айырылып килгән йәш-елкенсәк, парктарҙың тартыу көсөн, уларҙың матурлығын, көндөҙҙәрен имтихандарға әҙерләнеү өсөн уңайлылығын ныҡ тойҙоҡ. Йәшеллек өҫтөнә спорт, уйын майҙандары, бәүелсәктәр, көлкө бүлмәләре, кәмә һәм катамарандарҙа йөҙөү өсөн күлдәре булған парктар нисек үҙенә иғтибарҙы йәлеп итмәһен! Һәр парктың үҙ йүнәлеше, үҙенә генә хас йөҙө булыуы бәхәсһеҙ. Мәҫәлән, Якутов паркы балалар донъяһы өсөн тәғәйенләнеп, аттракциондары, балалар тимер юлы менән иҫтә ҡалһа, Ғафури паркы күп функционаллеге, аш-һыу тәҡдим итеүсе сауҙа нөктәләре, йәшел урман массивы, үтә шау-шыулы булыуы менән айырылды. Матросов паркындағы йәйге кинотеатр, бейеү майҙаны, бәүелсәктәр, билет кассаһы, аллеялар, Матросов һәйкәле әле лә күҙ алдында, тик уларҙың күптәренең юҡлығы бер аҙ юҡһыныу тойғоһо тыуҙыра. Элекке Луначарский паркында (хәҙерге Аксаков паркы) быуа ла, Видинеев театры ла 90-сы йылдарҙа юҡҡа сыҡты, кискеһен күптәрҙе әсир иткән тынлы оркестр тауышы ла яңғырамай хәҙер. Паркта 2023 йылда башланған үҙгәртеп ҡороуҙарҙың өфөләрҙең зауығына һәм теләгенә тап килеүен теләйбеҙ. Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү бик файҙалы һәм халыҡ өсөн кәрәкле шөғөл. Был – заман талабы, кешеләрҙең эстетик матурлыҡҡа талабы арта, техник мөмкинлектәр күбәйә. Уларҙы үҙгәртеп ҡороу, төҙөкләндереү иң тәүҙә архитекторҙар, рәссамдар, дизайнерҙар күҙлегенән баһаланып, ҡарар ҡабул ителгәндә, проект ҡала төҙөлөшө менән тулы гармонияла булғанда өмөттәр аҡланасаҡ, әлбиттә. Күп миллиондарға барып баҫҡан, ҙур хеҙмәт һалынған йәмәғәт киңлектәре йәшәгән урынға йәм өҫтәүҙән тыш, йәше-ҡарты өсөн уңайлы ял итеү урыны ла булырға тейеш бит. Халыҡ үҙе һайланы Ошо йәһәттән үҙебеҙ йәшәгән биҫтәлә үҙгәртеп ҡоролған “Тулҡын” паркын миҫалға килтерер инем. Ул “йәш” түгел инде, 1976 асылған парк Советтар Союзы Геройы Минеғәле Ғөбәйҙуллин исемен йөрөткән. Парк алдында заманында Герой исемендәге кинотеатр ҙа бар ине. Балалар шунда йөрөп, ҙур йыуаныс тапты, сөнки Затон биҫтәһендәге берҙән-бер мәҙәниәт үҙәге ине ул, уны һүтеп алғастары, яңыһын төҙөрҙәр былай булғас, тип өмөтләнгәйнек тә ниәттәр аҡланманы. Дыуамал, ауыр туҡһанынсы йылдар ине шул. Етмешенсе йылдарҙа бындай типовой театрҙар илдә байтаҡ төҙөлгән. Дим биҫтәһендәге “Орион” да шул иҫәптә. Паркта йәшеллек күп ине, күккә үрелеп үҫкән ҡарағайҙарҙы күреп һоҡланһаң, аяҡ аҫтындағы сүп-сар өйөмдәренә ҡарап уфтанаһың. Яңы быуат баштарында ла парктың хәле аяныс ине, ҡойма тиһәң, хәтере ҡалыр, ватыҡ та емерек. Эскеселәрҙең яратҡан төйәгенә әүерелгәйне. 2011 йылда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Башҡортостан десантсыларына арнап, постаментҡа “БТР-70” бронетранспортеры ҡуйылыуы парктың яҙмышына ҙур йоғонто яһаны булһа кәрәк. Хәтерҙә, 2018 йылдың март һайлауҙарында паркты реконструкциялау проекты тауыш биреү өсөн һайлау участкаларында тәҡдим ителде, халыҡ берҙәм рәүештә ҡултамғаларын паркты яңыртыу өсөн ҡуйҙы. Алты йыл үткәндән һуң Затон халҡы биҫтәлә берҙән-бер “Тулҡын” паркына эйә булды! Ни өсөн ”Тулҡын”тип аталыуының да сәбәбе бар, сөнки биҫтәлә Судно төҙөү-судно ремонтлау заводының һәм Өфө портының күп эшселәре йәшәне. Ғөмүмән, биҫтәлә “һыу” һәм “судно” исемдәре менән бәйле урамдарҙың булыуы ғәжәп тә түгел. Ҡәҙерен белергә кәрәк “Потенциал” компанияһы” йәмғиәте “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса республика һәм федераль ҡаҙна иҫәбенә паркка яңы һулыш биреүгә тотондо. Барыһы ла күҙ алдында: паркты киңәйтеү маҡсатында иҫке барактар һүтелде, һыу ятҡылыҡтары ҡыуаҡтарҙан, ылымыҡтан таҙартылды. Парктың төп үҙенсәлеге – уҡтай төҙ ҡарағайҙарҙан башҡа, моғайын, күл буйлап яһалған амфитеатрҙыр. Терраса таҡтаһынан эшләнгән майҙан, яҡтыртыу системаһы, уңайлы юлдар, балалар өсөн уйын майҙандары, автомобиль ҡаласығы, хоккей ҡабы, велосипед юлы, скейт-парк хәҙер барыһы ла биҫтә халҡы ҡарамағында. Шуныһы мөһим, ҙур үҙгәрештәр йәйен еләҫлек биргән, һоҡланғыс бейек ҡарағайҙарға зарар килтермәне, ғәжәп матур аллеяны һаҡлап ҡалдылар. Был йәһәттән паркты хеҙмәтләндергән эшселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, иртә яҙҙан гөл-сәскәгә күмелгән, ҡараңғы төшкәнсе халыҡ өҙөлмәгән биләмәне тәртиптә тотоу анһат түгелдер. Төҙөкләндереү эштәре 230 миллион һумға төшкән берҙән-бер йәмәғәт киңлеге йылдың һәр миҙгелендә беҙҙе һөйөндөрһөн өсөн тырышҡан һәр кем маҡтауға лайыҡ. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һөҙөмтәһендә генә беҙ ошондай күркәм дә, уңайлы ла ял итеү урынына эйә булдыҡ, сөнки федераль ҡаҙна ярҙамынан тыш, бындай ҡоласлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин дә түгел. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты тормошобоҙға сағыштырмаса яңы килеп инеүенә ҡарамаҫтан, беҙ уның уңышлы һөҙөмтәләрен күрәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа ҡала һәм ауылдарҙа йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса башҡарылған эштәр хайран ҡалдыра. Бик күп проекттар федераль средстволарҙы йәлеп итеү һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылды, был, әлбиттә, республика идара итеү командаһының хеҙмәт һөҙөмтәһе. Балалары менән ял иткән әсәйҙәр, тренажерҙарҙа күнекмәләр яһаған атай- олатайҙар, велосипедтарҙа елгән үҫмерҙәр, парк менән бергә үҫкән кескәйҙәр барыһы ла ялдан ҡәнәғәт, һәр береһе өсөн тәғәйен урын бар. Килгән һайын парк янындағы йорттарҙа йәшәгән, тәбиғәт матурлығы менән көн дә осрашҡан ғаиләләргә күҙ ҡыҙа. Бындай уңайлы мөмкинлектән бер кем дә баш тартмаҫ ине, моғайын. Сабыйҙар тәрбиәләгән йәш парҙар өсөн хәүефһеҙ майҙандар булыуы ҙур әһәмиәткә эйә, өҫтәүенә яңы поликлиниканың яҡын булыуы ла уңайлы. ”Тулҡын” – төрлө йәштәгеләрҙе үҙенә ылыҡтырғыс көсө менән тартҡан, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, уйҙарҙы тәртипкә килтерергә, илһамланырға, тормоштан ләззәт алырға мөмкинлек биргән, үҙенә генә хас “йәне” булған ял урыны ул. ФЕКЕР Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: “Мин республика буйынса күп йөрөйөм, ысынлап та, сағыштыра алам. Беҙҙең ҡала һәм ауылдар үҙгәреш кисерә, яңы парктар, аллеялар, скверҙар барлыҡҡа килә, халыҡтың ял итеү урындары яңы һулыш ала. Һуңғы биш йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса Башҡортостанда 683 объектты төҙөкләндерҙек. Проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән ете миллиард һумдың 91 проценты – федераль бюджеттан.” Резеда Шәңгәрәева фотолары.
ЙӘМӘҒӘТ КИҢЛЕКТӘРЕ Был - заман талабы Ҡалаларҙа ғына түгел, район үҙәктәрендә, ҙур ауылдарҙа парктар барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ. Йәшел зоналар ял итеү урыны ғына түгел, улар шау-шыулы ҡаланың үпкәһендәй беҙҙе кислородҡа байыҡтыра, тирә-яҡҡа йәм өҫтәй. Хәйер, һәр парктың үҙенә генә хас йүнәлеше, һулышы, йәне бар кеүек, минеңсә. Хәтерҙә, бынан ярты быуат элек беҙ, тәбиғәт ҡосағынан айырылып килгән йәш-елкенсәк, парктарҙың тартыу көсөн, уларҙың матурлығын, көндөҙҙәрен имтихандарға әҙерләнеү өсөн уңайлылығын ныҡ тойҙоҡ. Йәшеллек өҫтөнә спорт, уйын майҙандары, бәүелсәктәр, көлкө бүлмәләре, кәмә һәм катамарандарҙа йөҙөү өсөн күлдәре булған парктар нисек үҙенә иғтибарҙы йәлеп итмәһен! Һәр парктың үҙ йүнәлеше, үҙенә генә хас йөҙө булыуы бәхәсһеҙ. Мәҫәлән, Якутов паркы балалар донъяһы өсөн тәғәйенләнеп, аттракциондары, балалар тимер юлы менән иҫтә ҡалһа, Ғафури паркы күп функционаллеге, аш-һыу тәҡдим итеүсе сауҙа нөктәләре, йәшел урман массивы, үтә шау-шыулы булыуы менән айырылды. Матросов пар