Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Гөлназ Асаева иренең тыуған көнөнә үҙенең мөхәббәтен белдереп, хәтәр шәп бүләк яһауы һәм Мысырға ике кешелек юллама бүләк итеүе хаҡында яҙған инек. Йәш пар Хургадала ял иткәндә, сирләп киткән. Был хаҡта йәш йырсылар үҙҙәренң социаль селтәрҙәге стористарында хәбәр итә. "Минең һәр ваҡыттағыса инде. Эсем ауырта, күңелем болғана. Ағыуландым, буғай. Мин мажараларһыҙ йөрөй алмайым инде. Температурам 38,5. Нимесил менән генә төшөрә алдым. Вилдандың да эсе ауырта. Ярай инде уның температураһы юҡ", - ти Гөлназ Асаева. Ял итергә барып та, ауырып ятыуы еңелдән түгел инде. Яратҡан йырсыларыбыҙға тиҙерәк һауығыуҙарын, матур ялдарын күңелле үткәреүҙәрен теләйбеҙ. Фото һәм текст сығанағы: "Интертат"