Ошо арала Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында күп маҡсатлы мәҙәни үҙәк төҙөлә башлаясаҡ. Объект "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында төҙөлә. 6 августа ошо үҙәкте төҙөү мәсьәләләренә арналған эш осрашыуы булды. Унда Мәсетле районы хакимиәте, Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе етәкселәре, подряд ойошмаһы вәкилдәре һәм ауыл активы ҡатнашты. Эштәрҙе башҡарыуға контракт “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән төҙөлгән. Килешеүҙең хаҡы 126,15 миллион һум тәшкил итә. Проект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан финанслана. Дөйөм майҙаны 897 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы объектта 150 урынлыҡ тамаша залы, хореография залы, дауалау физкультураһы өсөн зал, драма түңәрәге, аэробика түңәрәге һәм китапхана урынлашасаҡ. “Капитал Строй” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Константин Безруков ағымдағы йылға пландары хаҡында һөйләне. Йыл аҙағына тиклем фундамент һалыу, стеналар күтәреү, ҡыйыҡ ябыу, тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйыу, шулай уҡ инженер коммуникациялары үткәреү планлаштырыла. Төҙөлөштө 2025 йылдың авгусына тамамлау күҙаллана. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Мәсетле районы хакимиәте.
Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында мәҙәниәт йорто төҙөләсәк
7 августа 20247 авг 2024
1 мин