Төбәктең төҙөлөш комплексында эшләгән 68 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. – Беҙ һеҙҙең уңыштарығыҙ менән ғорурланабыҙ. Республиканың төҙөлөш комплексы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Башҡортостан йылдан-йыл Волга буйы федераль округында һәм тотош Рәсәй федерацияһында торлаҡты сафҡа индереү буйынса алдынғы позицияларҙы нығыта. Былтыр 3,3 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, был – рекорд. Быйыл беҙ ошо юғары күрһәткесте төшөрмәҫкә ниәтләйбеҙ. Президентыбыҙ ҡуйған маҡсатҡа – 2030 йылға тиклем йыл һайын дүрт миллион квадрат метр торлаҡты сафҡа индерергә тырышасаҡбыҙ. Торлаҡтарҙан тыш, һеҙ меңәрләгән инженер һәм социаль объекттарын төҙөйһөгөҙ. Бигерәк тә төҙөүселәребеҙҙең Рәсәйҙең яңы төбәктәрен тергеҙеүҙә ҡатнашыуҙарын билдәләп үтер инем. Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына ярҙам күрһәтә. Беҙҙең подрядсыларыбыҙ Мариуполь һәм Макеевкала ла тырышып эшләне. Тармаҡ предприятиелары һәм эшсәндәре азат ителгән бил
Төҙөлөш комплексында эшләгәндәргә – дәүләт наградалары
7 августа 20247 авг 2024
1 мин