Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша Волга буйы федераль округы Советы ултырышында ҡатнашты. Сараны Волга буйы федераль округында ил Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров үткәрҙе. Көн тәртибенә фәнни-техник үҫеш мәсьәләләре һәм Рәсәй төбәктәренең технологик суверенитетын формалаштырыуҙағы роле инде. Ултырышта шулай уҡ вице-премьер Дмитрий Чернышенко ҡатнашты, Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков, Рәсәй сәнәғәт һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Василий Осмаков, Рәсәй Фәндәр академияһының вице-президенттары Владислав Панченко һәм Сергей Чернышев, төбәк етәкселәре, власть органдары, үҫеш учреждениелары, бизнес-берләшмәләр һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Игорь Комаров үҙ сығышында илдең именлеген һәм үҫешен ышаныслы фәнни нигеҙ һәм яңы технологиялар менән тәьмин итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2024 йылдың 7 майындағы указы менән технологик етәкселек илдең 2030 йылға тиклемге һәм 2036 йылға тиклемге осорғ