Сибай ҡалаһында "Йондоҙ" Ижад үҙәге Автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы "Еңеү йондоҙо" хәрби патриотик клуб" проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттар конкурсында еңеүсе тип иғлан ителде. Ойошманың директоры Йондоҙ Биксурина белдереүенсә, проекттың командаһы хәрби патриотик клубтың эшмәкәрлеген яйға һалыу өҫтөндә эш алып бара. Был клубта тулы булмаған, күп балалы, мохтаж һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ғаиләләрҙәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы дәрестәр, уйындар, саралар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Йондоҙ Биксурина сығышы менән Әбйәлил районынан. Төбәктә оҫта ҡуллыбулып танылған Йондоҙ ханым ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлөмилли биҙәүестәр эшләй. "Бәйләнештә" ге төркөмө интернет-магазин ролен лә үтәй, үҙе лә төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, үҙенең эштәрен һатып та ебәрә. Шулай уҡ Сибай ҡалаһында традицион башҡорт биҙәүестәре һәм кейемдәрен тергеҙеү, өйрәнеү, таратыу маҡсатында "Һомай" этно студияһын да ойошторған. Оҫталыҡ дәрестәре лә үткәррә, марафондар ойоштора. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләй. Фото: Йондоҙ Биксуринаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән