Найти тему
Башҡортостан гәзите

Стәрлебашта ҡойон ҡоторған

Кисә кис Стәрлебаш районында ҡойон ҡоторған. Ҡойоп яуған ямғырға көслө ел өҫтәлгән. Тормай ауылында ямғыр һыуҙары йыйылып, юлды япҡан, алты йорттоң ихатаһына һыу ингән. Йорттарҙа йәшәүселәр эвакуациянан баш тартҡан. Юлды экскаватор менән ярып, һыуҙы ағыҙғандар, ике сәғәт эсендә ихаталарҙан да һыу киткән. Стәрлебаш ауылында иһә көслө ел Стәрлебаш РЭС-ы бинаһының ҡыйығын осорған. Майҙаны 408 квадрат метр булған ҡыйыҡ тулыһынса осоп төшкән. Бәхеткә күрә, ҡазаланыусылар юҡ. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, әлегә дауыл килтергән зыян күләме билдәле түгел, урында ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия эшләй. Дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иһә алдағы көндәрҙә лә ямғырлы, йәшенле һауа торошо вәғәҙә итә. Ямғыр мәлендә көслө ел, дауыл сығыуы ихтимал. Төндә һәм иртән юлдарҙа томан буласаҡ. Фото БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.