Баймаҡ телевидениеһы директоры Зөлфиә Сафина Мәскәү ҡалаһына барып, “Ер асыштары” фестиваленә ебәргән “Башҡорт аты” фильмы менән оло еңеү яулап ҡайтты. Фильм “Тормош байрамы” номинацияһында иң яҡшылар рәтенә ингән һәм “Ҡара әле, ниндәй ил!” платформаһында урынлаштырылған. Бөгөн илдең генә түгел, ә тотош донъяла теләгән һәр кем был платформаға инеп, Башҡортостан Республикаһы “төймә”һенә баҫып, “Башҡорт аты” фильмын ҡарай ала. Әйткәндәй, Зөлфиә Дәүләтбай ҡыҙының тыуған еренең ысын патриоты булараҡ, Баймаҡ ҡалаһының 85 йыллыҡ юбилейына төшөрөлгән “Баймаҡҡа һөйөү менән” тип аталған фильмы ла призлы урын алған. “Ер асыштары” геобрендтар фестивале директоры Надежда Явдолюк менән “Рәсәй ҡалалары союзы”ның Эксперт советы рәйесе Андрей Максимовтың ҡулынан “Башҡорт аты” фильмының “Ҡара әле, ниндәй ил!” платформаһында урынлаштырыу фактын раҫлаусы диплом менән бүләкләнде. — Ни өсөн “Башҡорт аты”мы, сөнки ул райондың – төп бренды. Беҙҙең район республикала йылҡы малы буйынса беренсе урында тора, х