Найти тему
Башҡортостан гәзите

Төбәктең агросәнәғәт секторы нисек йәшәй?

Көн тәртибендә ауыл биләмәләрен үҫтереү, урып йыйыу кампанияһын үткәреү һәм төбәктең федераль министрлыҡ менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре ҡаралды. Республика Башлығы ауыл хужалығы министрына һәм ведомство коллективына емешле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. – Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү республика өсөн бик мөһим. Башҡортостан ғәҙәттәгесә агросәнәғәт төбәге булып тора, беҙҙә ауылдарҙа 1,5 миллион кеше йәшәй,– тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.– Быйыл сәсеү кампанияһын уңышлы үткәрҙек. Йәйге миҙгелдә яуым-төшөм күп. Тик шулай ҙа агросәнәғәтте планлы модернизациялауҙы иҫәпкә алып, беҙ яҡшы уңышҡа иҫәп тотабыҙ. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында төбәк хужалыҡтары һуңғы биш йылда техник паркты яңыртыуға 56 миллиард һум йүнәлтте һәм 16 меңдән ашыу берәмек техника һатып алды, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Шул уҡ ваҡытта республика был сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға һигеҙ миллиард һум бүлгән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ауыл биләмәләрен үҫтереүҙең юғары темптарын һәм ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса заводтарҙы модернизациялауҙы билдәләне. Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут республиканың агросәнәғәт комплексы үҫешен юғары баһаланы. – Башҡортостан – илдең төп ауыл хужалығы төбәктәренең береһе. Экспортҡа сығарылған ауыл хужалығы продукцияһының күләме һәм ассортименты яҡшы темптар менән үҫә, – тине Оксана Лут. – Быйыл төбәктең агросәнәғәт тармағына федераль ярҙамдың дөйөм суммаһы 2,5 миллиард һум тәшкил итте. Осрашыуҙа шулай уҡ биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү программаһын үҫтереү перспективалары тикшерелде, Башҡортостандың Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән артабан үҙ-ара эш итеүен һәм төбәк биләмәһендә тармаҡ проекттарына һәм программаларына федераль ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре ҡаралды. Осрашыу аҙағында республика Башлығы Радий Хәбиров Оксана Лутты Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашырға саҡырҙы. *** Журналистар менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе уҙған осрашыуҙың йомғаҡтары тураһында һөйләне. “Республика иген культуралары етештереүселәренә булышлыҡ итеү өсөн йылына 320 миллион һум самаһы аҡса ала. Мөмкинлек булһа, ошо сумманы арттырыуҙы һораныҡ”, – тине ул. Эштең тағы бер йүнәлеше – республика биләмәһендә заманса һөтсөлөк-тауар фермалары төҙөү. ”Беҙҙә әлеге ваҡытта биш ҙур ферма төҙөлә. Мәҫәлән, уларҙың береһендә 6,5 меңдән ашыу һыйыр буласаҡ. Был – бик ҙур инвестициялар. Һүҙ тиҫтәләгән миллиард һум хаҡында бара. Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге менән ошондай объекттар төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлектәрен ҡараныҡ һәм был йәһәттән хуплау алдыҡ”, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Фото: glavarb.ru