Спорттың кеше тормошонда роле тураһында Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемен йөрөткән 9-сы гимназияһы уҡытыусыһы, спорт һәм физкультура буйынса белгес Айнур Хисаметдинов һөйләп кенә түгел, күнекмәләр яһап та күрһәтәсәк. Гимназияның спорт залы төрлө йылдарҙа яуланған Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары, Кубоктар менән биҙәлгән. Бөгөн районда ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә тренерҙың тәрбиәләнеүселәре бихисап. Айнур Хисаметдиновтың төп сығышы Смаҡ ауылынан, ошо төбәктең татыу, берҙәм ғаиләләренең береһендә тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән спортҡа ынтылып үҫә, мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, төрлө кимәлдә ярыштарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплай. Физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҫешә. Кадет мәктәбендә уҡый, унан Урал дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында спорт һәм физик культура буйынса диплом яҡлай. Шул көндән алып уның хеҙмәт юлы башҡорт гимназияһы менән тығыҙ бәйле. Энергияһы ташып торған тренер белем йортонда көрәш буйынса түңәрәк аса. Райондан килгән ауыл малайҙары өсөн