5 – 11 августа Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы үткәрелә. Был хаҡта Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итте. Белеүебеҙсә, был сирҙәр медицина проблемаһы ғына түгел, ҙур социаль мәсьәлә булып тора. Өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында ла был ауырыуҙар менән яфаланыусылар бар. Бөгөн Республика кардиология үҙәге кардиологы Люциә Юлай ҡыҙы ҒӘЗИЗОВА менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ – ошо ауырыуҙарға дусар булмау өсөн нимә эшләү кәрәклеге, иҫкәртеү саралары һәм башҡалар тураһында. - Люциә Юлай ҡыҙы, сәләмәт тормош алып барыу йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү сараһы булып тора. - Эйе, шулай. Был аҙналыҡты үткәреүҙең төп маҡсаты ла кешеләрҙең иғтибарын, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең артыуы сәбәпле, үҙ сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарарға, шулай уҡ йөрәк ишемияһы, инсульт кеүек ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, иҫкәртеү сараларын үткәреү, зыянлы ғәҙәттәрҙең булмауы – сәләмәт тормошҡа юл. Ғөмүмән, был проблема көнүҙәк. Гипертония –