Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм коммуникациялар министрлығы киберенйәтселеккә ҡаршы көрәште нығытыу өсөн берҙәм платформа булдыра. Электрон платформа эшенә, федераль министрлыҡтарҙан һәм ведомстволарҙан тыш, Үҙәк банк, башҡа финанс ойошмалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм бәйләнеш операторҙары йәлеп ителә. Был һанлы майҙансыҡты булдырыусылар фекеренсә, яңылыҡ киберенәйәтселәргә, фишингҡа һәм төрлө хеҙмәттәрҙе көсләп тәҡдим итеүгә ҡаршы оператив рәүештә тәьҫир итергә, тағы ведомтстволар араһындағы хеҙмәттәшлекте әүҙемләштерергә, шул иҫәптән граждандарҙың шәхси мәғлүмәттәренең таралыу мониторингын алып барырға булышлыҡ итә. Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, бәйләнеш һәм коммуникациялар министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, платформаның тәүге этабын 2026 йыл аҙағында тамамлаясаҡтар. Фото: digital.gov.ru. Сығанаҡ: resbash.ru/news/pravo/2024-08-06/mintsifry-rossii-sozdast-edinuyu-platformu-dlya-borby-s-kib