Популяр йәш йырсылар Гөлназ Асаева менән Вилдан Шәмсетдинов был көндәрҙә Мысырҙа ял итә. Гөлназ иренең тыуған көнөнә үҙенең мөхәббәтен белдереп, хәтәр шәп бүләк яһаған һәм Мысырға ике кешелек юллама бүләк иткән. Йәш пар Хургадала ял итә, тыуған көндө улар ҡәһүә генә эсеп билдәләгән. "Динә тыуғандан һуң Вилдан спиртлы эсемлектәрҙән баш тартты. Ҡоро закон беҙҙә, һәр ваҡыттағыса", - тип яҙған бәхетле ҡатын. "Нисек һиңә сюрприз, Илдар улы? - тип яҙған Гөлназ социаль селтәрҙә. - Беҙ идеаль ғаилә түгел, бәхетле миҙгелдәребеҙ күп, һиңә түҙеп булмаған саҡтар ҙа юҡ түгел. (Шулай уҡ миңә лә). Әммә беҙ бер-беребеҙҙе үлеп яратабыҙ. Был юлды бергәләп үтербеҙ, тип ышаным. Һәр ваҡыттағыса позитивта булып, тормоштан барыһын да алып йәшәүеңде, бәхетле булыуыңды теләйем. Инде етенсе йыл рәттән һинең тыуған көнөңдө ысын байрамға әйләндерергә тырышам. Был юлы ла килеп сыҡты тип уйлайым. 28-се йәшеңде һин бер ваҡытта ла онотмаҫһың. Тыуған көнөң менән, Вилдан Илдарович!"Бына шундай иҫтәлекле сюрприз яһаған иренә Гөлназ Асаева. Бәхетле булығыҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Интертат".