Башҡортостанда социаль эшыҡарҙар һәм студенттар өсөн мәғариф стажировкаһы тамамланды. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проектына (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») ярашлы ойошторолдо. Стажировканы RAISE Бөтә Рәсәй социаль башланғыстар акселераторы еңеүселәре үтте. Улар - Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Түбәнге Тагил һәм Новокузнецкиҙан 28 социаль эшҡыуар һәм студент. Стажерҙар төбәктәге социаль эшҡыуарлыҡтың уңышлы проекттары менән танышты. - Социаль эшҡыуарҙарҙың стажировкаһы – “изге” бизнес, мәғариф һәм туризм эшмәкәрлегенең сағыу миҫалы. Йәштәрҙең социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә белем алыуы, тәжрибә туплауына шатбыҙ. Республика инновация проекттары менән алмашыу һәм тормошҡа ашырыу майҙансығына әүерелә бара, - тип хәбәр итте Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры уры