Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фиҙакәр хеҙмәт өсөн бик шәп этәргес

СПОРТ 2020 йылда Башҡортостанда республика Башлығы ҡарарына ярашлы, “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Ул йәш белгестәрҙе ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләүгә йәлеп итеү өсөн булдырылды. Программала ҡатнашыусыларға бер миллион һум аҡса бирелә. Башҡортостан – Рәсәйҙә ошондай тәжрибәне ҡуллана башлаған беренсе төбәк. 2023 йыл Башҡортостанда Тренер йылы тип иғлан ителгәйне. “Тап тренерҙар ҡыҙҙарҙан һәм малайҙарҙан Рәсәй Федерацияһының ысын граждандары яһай. Көслө, ныҡ кешеләрҙең принциптары бар – арҡаға бысаҡ ҡаҙамау, ҡәбәхәтләнмәү, өлкәндәрҙе хөрмәт итеү һәм иң мөһиме – Тыуған илеңде яратыу”, – тип яҙғайны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Олимпия уйындары чемпионы, баскетболсы Иван Едешко менән осрашҡандан һуң. Былтыр был дәүләт ярҙамын – аҡсалата компенсацияны – Ағиҙел, Күмертау ҡалаларынан, Әбйәлил, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Ишембай, Көйөргәҙе, Туймазы, Өфө һәм Яңауыл райондарынан 25 спорт төрө буйынса 55 остаз алғайны. Быйыл 15 спорт төрө буйынса 21 тренер-уҡытыусы ошондай бәхеткә эйә булды. Әйткәндәй, проект тормошҡа ашырылған дүрт йыл эсендә 176 тренер аҡсалата ярҙамдан файҙаланды. 2020 йылда – 13 райондан 34, 2021йылда – 10 райондан 20, 2022 йылда – 20 райондан 49, 2023 йылда 12 муниципалитеттан 52 тренер-уҡытыусы был мөмкинлеккә эйә булды. Әйткәндәй, быйылдан “Ҡала тренеры” проекты ла эш башланы. 2024 йылда “Ауыл тренеры” программаһы буйынса аҡсалата ярҙам алыусылар араһында Стәрлетамаҡ районынан Анна Мырҙабаева бар. Ул бала саҡтан спорт менән мауыҡҡан – мәктәп командаһы өсөн волейбол уйнаған, аҙаҡ ауыр атлетика менән шөғөлләнә башлаған. Бөгөн Анна Николевнаның был спорт төрө буйынса тренер булып эшләүенә лә 10 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ә белеме буйынса ул – бухгалтер. Училищела уҡығандан һуң кейәүгә сыҡҡан, Стәрлетамаҡ районына йәшәргә күскән, балаһы тыуған. Аҙаҡ, юғары белем алғас, Стәрлетамаҡ районындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә башта – методист, һуңғараҡ тренер булып эшләй. Остаздың да остазы була. Анна Николаевнаның уҡытыусыһы – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Петр Иванович Никитин. – Һәр кемдең үҙенең башланғысы, мөмкинлектәре бар, шуға күрә күнекмәләр программаһы ла үҙенсәлекле. Кемгәлер ниндәйҙер ҡаҙанышҡа өлгәшер өсөн күп ваҡыт талап ителмәй, икенселәр йылдар буйы беренселекте яулар өсөн тырыша. Һуңғыларының һөҙөмтәһе күпкә баһалыраҡтыр, ҡәҙерлерәктер, сөнки еңеү “тәме” лә икенсерәк, – ти Анна Мырҙабаева. Ниндәй генә өлкә, тармаҡты алмайыҡ, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн тырышлыҡ һәм тәртип кәрәк. Был күнекмәләргә лә ҡағыла, тигән фекерҙә Анна Мырҙабаева. “Ауыл тренеры” дәүләт программаһы буйынса ярҙамға лайыҡ булыуҙы иһә ул фиҙакәр хеҙмәт өсөн бик яҡшы этәргес тип иҫәпләй. ӘЙТКӘНДӘЙ Ауыр атлетика – Олимпия уйындары спорт төрө. Бөгөн ауыр атлетика буйынса ярыштарға ике күнекмә ҡарай: баш өҫтөндә штанганы кинәт күтәреү һәм этәргәндән һуң күтәреү. Уларҙың һәр береһендә спортсыға өс мөмкинлек бирелә. Ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың ауырлыҡ категориялары төрлө. Кинәт бер күтәреү йәки бер этәргәндән һуң күтәреүҙе булһа ла уңышлы башҡармаған спортсы, ярыштарҙа еңелеп, төшөп ҡала. Ринат МӨХӘМӘТЙӘНОВ, ауыр атлетика буйынса спорт мастеры, тренер: – Ауыр атлетика тураһында төрлө мифтар бар. Әммә спорттың был төрө хәүефһеҙҙәрҙең береһе һанала. Тап ауыр атлетикала штанга һәм тренажерҙар менән эш итәләр. Спорттың һәр төрөн алайыҡ, һәммәһендә лә физик йәһәттән әҙерлек талап ителә һәм штанга, снарядтар менән шөғөлләнәләр. ҺҮРӘТТӘ: Анна Мырҙабаева тәрбиәләнеүселәре менән. Фото Анна Мырҙабаеваның шәхси архивынан.