Былтыр йыл аҙағында Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравохранение”) милли проектына ярашлы, заманса эндовидеохирургия стойкаһын ҡуйҙылар. Әйткәндәй, был милли проектты тормошҡа ашырыу – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың айырым иғтибар үҙәгендә. Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы хирургы Өфөлә лапароскопия әмәлиәттәрен эшләү буйынса уҡыу үтте һәм Илеш районында операциялар эшләй. Мәҫәлән, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эсе ауыртыу менән мөрәжәғәт иткән 92 йәшлек ҡатындың үт ҡыуығы алынған. Консерватив терапиянан һуң лапароскопия әмәлиәте уңышлы атҡарылған. Һөҙөмтәлә ҡатын тиҙ аяҡҡа баҫҡан һәм дауахананан өйөнә ҡайтарылған. Әйткәндәй, былтыр октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә медицина ойошмаларын заманса диагностикалау ҡорамалдары менән тәьмин итеү буйынса эштеңдауам итеүе тураһында хәбәр итте. “Республикала йәшәүселәрҙе