5 – 11 августа Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү аҙналығы үткәрелә. Был хаҡта Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлғы хәбәр итте. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре медицина проблемаһы ғына түгел, ҙур социаль мәсьәлә булып тора. Өлкән быуын ғына түгел, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында ла был ауырыуҙар менән яфаланыусылар бар. Сәләмәт тормош алып барыу иҫкәртеү сараһы булып тора, ти белгестәр. Дөрөҫ туҡлану, физик әүҙемлек, иҫкәртеү сараларын үткәреү, зыянлы ғәҙәттәрҙең булмауы – сәләмәт тормошҡа юл. Һимеҙлек, тәмәке тарту, алкоголле эсемлектәр менән мауығыу кеүек насар ғәҙәттәр менән дуҫ булмағыҙ. Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.