Йәйҙең бөтә айҙарында ла Башҡортостандың Туймазы районы мәҙәниәт учреждениеларында ремонт эштәре алып барыла. Бер нисә учреждениены федераль һәм төбәк проекттарында ҡатнашыу иҫәбенә, шулай уҡ "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында яңыртҡандар. Нөркәй ауылы мәҙәниәт йортонда республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидиялар арҡаһында капиталь ремонт үткәрелгән. 59 йыл элек төҙөлгән бина иҫкергән. Ҡыйыҡтан һыу аҡҡан, тамаша залы авария хәлендә булған, иҙән серегән, шуға күрә унда саралар үткәрелмәгән. Быйыл ремонт барышында Мәҙәниәт йортонда ҙур эштәр башҡарылған: ҡыйығы, тәҙрәләре, иҙәндәре, тамаша залында сәхнә яңыртылған, коммуникациялары, фасады яңыртылған, пандус ҡуйылған, янғын сигнализацияһы, электр үткәргесе һәм электр ҡорамалдары алмаштырылған. Булат һәм Туҡтағол ауылдары мәҙәниәт йорттарында ағас тәҙрәләр пластикка алмаштырылған, Алексеевка ауылында тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырылған, Татар-Олҡан мәҙәниәт йортонда ағымдағы ремонт башҡарылған. Сығымдарҙың дөйөм суммаһы 1 миллион 270 мең һум тәшкил иткән. Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса быйыл Никитинка ауылы Мәҙәниәт йортонда ремонт башланған. Төмәнәк мәҙәниәт йортонда спорт залы төҙөкләндерелә, Ҡандры-Ҡотой ауылында бина фасадының бер өлөшө яңыртыла һәм һыу торбалары алмаштырыла. Финанслау – республика һәм Туймазы районы бюджеттарынан. Дөйөм сумма – 5 миллион һумдан ашыу. “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында республикала меңдәрсә кеше яңы, яңыртылған клубтарға, кинозалдарға, креатив киңлектәргә йөрөү мөмкинлеген алды. Үткән йылда ауыл мәҙәниәт учреждениеларының һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең 91 проекты, 19 коммерцияға ҡарамаған ойошма, ике үҙешмәкәр ижади коллектив дәүләт ярҙамы алды. Биш йылда 94 мәҙәниәт объекты төҙөлгән һәм капиталь ремонтланған, 10 автоклуб һатып алынған. 2019-2023 йылдарҙа тармаҡтың 8,3 мең хеҙмәткәре квалификацияһын күтәргән. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.