Ҡойоп ямғыр яуа, көн бик йылы ла түгел, әммә тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә ҡарамайынса, Ейәнсура районы хакимиәте махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға гуманитар ярҙам йыйып, хәйерле юл теләп оҙатты. – Яҡташ һалдаттарыбыҙ һораған кәрәк-яраҡты ғына алдыҡ һәм тейешле урынға йыйҙыҡ, – тине Сәлимйән Ғафаров. – Бензин менән эшләгән генераторҙар, радиостанциялар, радиотулҡындарҙы шәйләүсе махсус ҡоролмалар, шөрөп борғостар, бысҡылар һәм башҡа әйберҙәр шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, аҙыҡ-түлек хәстәрләү тураһында ла онотмағандар. Мәҫәлән, сәк-сәк, туҡмас, быҡтырылған ит, тыуған яҡ яландарынан йыйылған үлән сәйҙәре, тоҙло ҡыяр һәм помидорҙар, ҡайнатмалар, бал һәм башҡа төрлө иҫкермәй ҙә, боҙолмай ҙа торған ризыҡтарҙы матур итеп ҡаптарға тултырып, машинаға тейәгәндәр. Шул иғтибарға лайыҡ: Ейәнсура районы хакимиәте махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙамды даими оҙатып тора. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тибеҙ. Ейәнсураларҙың әүҙемлеген, бер-береһенә теләктәшлеген, ярҙа