Социаль селтәрҙәге төркөмөбөҙҙә, гәзиттең сайтында төрлө яҙмыштар, мөхәббәт тарихтары, тормош күренештәре хаҡында йыш яҙабыҙ. Уларҙы уҡыған кешеләр, эс серҙәрен бушатырға теләп, үҙе күргәндәр башҡаларға фәһем булһын тигән маҡсатта авторҙарға шәхсән хаттар ҙа яҙа. 43 йәшлек Венераның яҙмаһы ла күптәр өсөн фәһемле булыр, моғайын. “Мөхәббәт тураһында уйланғаным да юҡ ине. Тәүге иремдән айырылғас, күп тә үтмәй күңелемде шундай ипле, йөҙгә йәмле генә ир яулап алды. Тәҡдименән баш тарта алманым. Тәүге иремә баш була алмай күпме йәшәнем. Ирекле булып йәшәүҙе өҫтөн күрҙе шул. Ҡасан теләй – шунда ҡайта. Ҡайҙа йөрөй, кем менән йөрөй? Күпме аҡса эшләй? Киләсәккә ниндәй пландар ҡора? Бармы пландары? Ул турала белгән юҡ. Билдәһеҙлек ялҡытҡайны. Апайҙарымдың етеш, татыу, ныҡлы ғаиләләрен күреп, нисек шулай мөхәббәтле булып йәшәп була икән, тип ҡыҙығып ҡарай инем. Юбилей-туйҙарҙа еҙнәмдәр менән бар кеше алдында парлашып йөрөүҙәре – үҙе бер һоҡланғыс күренеш. Бына әле үҙем шул яңы кейәүем менән апайҙа