Учалы районының Ҡолош ауылында йәшәгән Хәдис ағай Сафиуллиндың үҙенең йортонда музей асыуын, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа арнап "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" тигән экспозиция эшләүен, уны "Башҡортостан" гәзитенән ҡырҡып алынған материалдар менән биҙәүен ишетеп, беҙҙә уны барып күреү теләге тыуҙы. Уйыбыҙҙы оҙаҡҡа һуҙмай бөгөн Учалы яҡтарына юлландыҡ. Районға эш сәфәребеҙҙе төп маҡсат итеп алған Ҡолош ауылынан, Хәдис Сафиуллин менән күрешеүҙән башланыҡ. Хәдис Ғибаҙула улы бик ҡыҙыҡлы әңгәмәсе булып сыҡты. Һөйләшеүебеҙ уның нисек итеп музей ойоштороуы тарихынан башланып китте. 2013 йылда үҙенең элекке өйөндә башлап ебәрә ул эште. Зәйнулла ишандың, шулай уҡ 1891 йылғы ауылдашы, мулла Мөхәммәт Хәҙисовтың таяҡтары уның тәүге ҡомартҡылары була. Бөгөн экспонаттар һаны 3 меңгә етә. Улар Учалы районынан ғына түгел, Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған. Музейҙы күрергә сит илдәрҙән, башҡа төбәктәрҙән 6 мең самаһы кеше килгән. Боронғо әйберҙәрҙе бигерәк тә йәш быуын ҡыҙыҡһынып ҡарай. Быйма баҫыу ҡулайламаһы, боронғо эш ҡоралдары, ҡул тирмәне, милли кейемдәр, музыка инструменттары - барыһы ла бар. "Башҡортостан" гәзите биттәренән Республика Башлығы Радий Хәбировтың эшмәкәрлегенә арналған мөйөш тә ҡыҙыҡһыныу уятты. - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты эшмәкәрлеге, хеҙмәте өсөн бик хөрмәт итәм. Һуңғы осор республикала байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр булды. Һәр ваҡыт халыҡ араһында булыуы ла хөрмәт уята. Ләкин үҙен бер ҡасан да яҡындан күрергә, аралашырға тура килмәне. Шуға, бәлки, киләсәктә беҙҙең музейҙы ла килеп ҡарар тигән хыялым бар, - тине ихлас йылмайып Хәдис ағай. Беҙҙең гәзитте тәфсирләп уҡып, республика Башлығы тураһындағы мәҡәләләрен ҡырҡып һаҡлап, беҫмабыҙҙың бәҫен арттырған ағайға "Башҡортостан"ға яҙылыу квитанцияһы бүләк иттек. Киләсәктә лә Хәдис ағай беҙҙең тоғро уҡыусыбыҙ булып ҡалыр, ә уның музейы байығандан-байый барыр, тип ышанабыҙ. Хәдис Ғибаҙулла улы ғүмер буйы ауылда ябай эштә хеҙмәт иткән, заманында колхоздың алдынғы комбайнеры булған, малсылыҡта эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауыл старостаһы итеп һайлап ҡуйғандар. Был осорҙа ла халҡына әллә күпме изгелек эшләгән. Ауылдаштары өсөн өс ҡойо ҡаҙҙырған, халыҡ уның һыуынан әле лә файҙалана. Ауыл зыяратын кәртәләүҙе ойоштороп, халыҡ менән күмәкләп башҡарып ҡуйғандар. Тағы ла бер матур эше менән һоҡландырҙы Хәдис ағай. Ул 12 машина утын әҙерләп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә таратҡан. Ауылының, йәнтөйәгенең ысын мәғәнәһендәге патриоты ул. Тыуған еренә, халҡына изгелек итеүҙән күңел ҡәнәғәтлеге ала. Уның изге башланғыстарын хуплаусы, ярҙам итеүсе тормош иптәше Фәүзиә апай булыуы менән дә бәхетле ул. Ауыл эргәһендә урманда сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн ул Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының "Ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының " Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы ла геройыбыҙҙың халҡы өсөн ҡылынған изгелектәре тураһында һөйләй. Замандашыбыҙ тураһында тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ. Автор фотолары һәм видеоһы.