Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарған

Салауат районынан “Шах” позывнойлы яугир беҙҙең позицияларға һөжүм иткән 30 пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы юҡ иткән. Тик шулай ҙа дрондарҙың береһе беҙҙең окоптарға килеп еткән һәм шартлаған. Һөҙөмтәлә яугир яраланған, шулай уҡ контузия алған. Әлегә ул Новороссийск ҡалаһында госпиталдә дауалана. ”Шах” һөйләүенсә, дошмандың иҫәпһеҙ-һанһыҙ БПЛА-лары булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ғәскәрҙәр штурмды туҡтатмай һәм көн һайын алға бара. – Юлда төп ҡаршылыҡ, әлбиттә, дрондар. Әммә беҙ уларҙы атыу ҡоралы менән бәреп төшөрөргә өйрәндек. Тик һуңғыһында мин яраландым.. Бәлки, хәҙер отпуск алырмын, өйгә ҡайтырмын. Дауаланғас, кире бында киләм! – ти ”Шах”. ”Шах” әйтеүенсә, ул өсөнсө тапҡыр яраланған. Фронтта бер урында тормайбыҙ, ти ул. Беҙҙең ғәскәрҙәр ҙә БПЛА-ларҙы киң ҡуллана башланы, бынан тыш, штурмовиктарҙы яҡлауҙы тәьмин итеп, артиллерия ҡеүәтле эшләй. Былар барыһы ла беҙҙең подразделениелар өсөн алға хәрәкәт итеүҙе тәьмин итә. Улар көндән-көн үҙ позицияларын яҡшырта. Сығанаҡ һәм фото: na-zemle-salavata.com