Ул башҡаса йәшәп булыуҙы күҙ алдына ла килтерә алманы. Өлкәндәр бынан ары уны бер ҡасан да туҡмамаясаҡ, ә әсәһе башын да күтәрә алмай, ыңғыраша-ыңғыраша төшкә тиклем түшәктә аунамаясаҡ, хатта танауҙы сирыштырырлыҡ ауыр еҫ унан бер ҡасан да аңҡымаясаҡ... Атаһы бүлмә уртаһында тубыҡланған көйөнә әсе тәмәке көлөн иҙәнгә ҡаҡҡылап ултырмаясаҡ. Мөйөштәге һыуытҡыста ҡалған наҡыҫ ҡына аҙыҡ-түлек өсөн дә талашмаясаҡтар, хатта урлашмаясаҡтар ҙа...
Иң мөһиме, быныһын бөтөнләй күҙ алдына килтереү ҡыйын, уны һәр кем хәстәрләргә тырышып, көн һайын ашатасаҡ, бер генә тапҡыр түгел, иртән, төшөн, кисен дә. Ғәжәп, уны сәбәпһеҙ-ниһеҙ башына һуҡҡылап, үткән-һүткәндә бәргеләмәй, бер ҡасан да тиерлек парикмахер ҡайсыһын күрмәгән тыңлауһыҙ сәстәренән һыйпаясаҡтар. Хатта уға йәмһеҙ итеп аҡырған кеше лә юҡ, шым ғына тыныс тауыш менән аңлатырға тырышалар...
Ул бындай ғәжәп хәлде бер ҡасан да күҙ алдына килтерә алманы. Ата-әсәһе менән көн күргән, тараҡандар мыжғып торған, сүп-сар, бысраҡ менән елһеткән ятаҡ бүлмәһенән алып, балалар йортона урынлаштырғас та шатлыҡ йәиһә үкенеү, юҡһыныу тойғоларын кисермәне. Ни өсөн ҡайғырманы, тигәндә, ул бик бәләкәй шул, ни бары биш кенә йәш. Ә атаһының ғәйрәтләнеп китеп, йоҙроҡтарын төйнәп, өҫтөнә менеп килеүе, әсәһенән араҡы шешәһен ҡайҙа йәшереүен таптырыуы хәтерендә. Малай ирҙең күҙҙәрен алартып, көслө ҡулдары менән һуғып осорасағын, типкеләйәсәген яҡшы белә. Әсәһе һәр ваҡыттағыса сәрелдәп, ҡулына нимә эләкһә, шуны ире яғына осорасаҡ. Йыш ҡына ҡаты-ҡото әйберҙәрҙең малайға эләгеүе ҡатынды һис тә борсомай...
Ни өсөн яңы урынға эләгеүенә шатланмауының да сәбәбе бар: ул үҙе менән ни булырын белмәй. Һөйөнмәне лә, ҡаршылыҡ та күрһәтмәне малай. Йыуындырҙылар, кейендерҙеләр, ашаттылар, ғүмерҙә булмаған бындай туҡлыҡтан иҙерәп йоҡоға талғанын дә тойманы.
Ул донъяла башҡаса йәшәп булыуын ҡайҙан белһен? Балалар йортонда йәшәгәндә ябыҡ, хәлһеҙ, шып-шым малайға хатта “һуғыш суҡмарҙары” тигән даны сыҡҡан тиктормаҫ малайҙарҙың да ҡағылмауы, ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырмауы билдәле. Тик ҡыҙҙар ғына бәхәсләшмәгән, өнһөҙ малай менән рәхәтләнеп уйнарға яратты. Ярты йылдан һуң уны ғаиләгә алырға килделәр. Аҡ йөҙлө, ҡурсаҡҡа оҡшаш ҡатын малайҙа ышаныс тыуҙырманы, тәү күреүҙән яратманы. Ә бына ҙур, айыуҙай кәүҙәле ир, киреһенсә, күңеленә ятты. Өҫтәүенә табалай устарына уны ултыртып, бәүетә башлағас, малай йылмайҙы, шым ғына көлөп ебәрҙе. Ҡысҡырып көлә белеүҙән мәхрүм бала өсөн быныһы ла көтөлмәгән ҡыйыулыҡ ине. Тап ошо тыйылып ҡына көлөү барыһын да хәл итте...
Шулай йәшәрмен тип кем уйлаһын! Ошо бәләкәй генә, шымтай малай өсөн мини-спорт залы, уҡыу өсөн махсус урын булдырылды. Айырым карауат, уйынсыҡтар... Рәйес ағаһы менән тиҙ дуҫлашһа ла, ”ҡурсаҡ” апайҙы үҙһенмәне, оҙаҡ ҡына ҡурҡыбыраҡ, һағайыбыраҡ йәшәне. Балалар баҡсаһына йөрөгән һуңғы йылда вируслы сир эләктереп, аҙаҡ пневмонияға әүерелгәс, Минзәлә апайҙың ҡайғырыуын бәләкәй йөрәге менән тойҙо, йылы ҡулдарының ҡағылыуынан еңеллек кисерҙе. Бер аҙ хәл ингәс, күҙҙәре ҡыҙарынған, төндәр буйы уның эргәһендә ултырып талсыҡҡан, хатта йөҙөндә сырыштар барлыҡҡа килгән апай уға бик яҡын, йылы,ҡәҙерле булып тойолдо. Быға тиклем “таш йөҙлө” күренгән апай илай ҙа, уның өсөн ҡайғыра ла белә икән! Барыһы ла уның эргәһендә йүгерешеп йөрөй, Рәйес ағаһы тағы уйынсыҡтар алып килгән, Минзәлә апаһы-тәмле ризыҡтар. Барыһы ла уның һауығыуына шатлана, хатта энә ҡаҙап йонсотҡан табиптар ҙа... Ике аҙна ваҡыт эсендә ҡаты ауырыған баланы барыһы ла үҙ итеп өлгөргәйне шул.
Бындай ҙа ҡыҙыҡлы тормош булыуын ул ҡайҙан белһен? Һауығып өйгә ҡайтҡан баланың, әйтерһең дә, икенсе һулышы асылды, йылмайыуын, хәрәкәтләнеүен, иркен тотоуын, хатта тартынмай һөйләшеүен шәйләп, ата-әсә ҡыуаныуын йәшермәне. Таң ҡалдырғаны алда булған икән, ете йәшлек Әмир уҡырға өйрәнеп, шиғырҙар ятлай башлағас, уның тормошта башҡалар кеүек ғәҙәти, һәләтле бала булыуын шиккә алған ҡайһы берәүҙәр ҙә аптырашта ҡалды.Тик Рәйес менән Минзәләнең үҙ ейәндәренән айырмалы, Әмирҙең шәхси әйберҙәренә үтә һаҡсыл мөнәсәбәте,тәүге йылда аҙыҡтарҙы ҡайҙалыр йәшерергә тырышыу ғәҙәте көслө булды. Яйлап был ғәҙәттәр урынына яңылары килде, уның мөкиббән китеп, китаптар уҡыуына Минзәлә апаһы ҡыуанып бөтә алмаһа, Рәйес ағаһы уның китаптан тиҙерәк баш ҡалҡытыуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки донъяла тағы ла мауыҡтырғысыраҡ шөғөлдәр етерлек, ниңә бөгөн көн матурҙа бәшмәк йыйырға йәки балыҡҡа барып әйләнмәҫкә? Тормоштоң шундай сағыу биттәрҙән, ҡабатланмаҫ ваҡиғаларҙан тороу мөмкинлеген ун йәшлек Әмир ҙә яйлап аңлай башланы булһа кәрәк.
Динә Арыҫланова.