Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы сираттағы ултырышта ике проект ҡаралды. Беренсе проектты Зифа Усманова тәҡдим итә, ул яңы ҡорамалдар, шул иҫәптән манипулятор һәм тейәгес һатып алыуға сығымдарын ҡаплауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Эшҡыуар уларҙы төҙөлөш-ремонт эштәрен башҡарыу өсөн файҙаланырға ниәтләй. Шәхси табип Радик Сәйфуллин бина һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау инициативаһы менән сығыш яһаны. 2002 йылда ул шәхси клиникаға нигеҙ һала, ә ағымдағы йылда спектрҙы киңәйте