Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Тренер" ялға ҡайтҡан

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтыуҙыран дауам итә. Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм ялға ҡайтҡан һәр бер яугир менән шәхсән осраша. Был юлы район башлығы "Тренер" позывнойлы яугир менән аралашҡан. “Тренер” позывнойлы Хәйбулла уҙаманы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә эшләп, йәш быуынды тәрбиәләй. Әле ул махсус хәрби операцияла ҡатнашып, Ватан именлеге һағында тора. Рөстәм Динислам улы менән әңгәмә барышында “Тренер” үҙ ҡарарының дөрөҫ булыуында икеләнмәүен, махсус хәрби операцияның беҙҙең еңеү менән тамамланыуына ныҡлы ышанысын белдергән. Тиҙерәк МХО-лағы барлыҡ яугирҙәргә лә иҫән -һау тыуған яҡтарына бөтөнләйгә ҡайтырға яҙһын! БЕЛЕШМӘ ӨСӨН Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты 1 августан 31 декабргә тиклем килешеү төҙөгән хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләү күләме артты. Шулай итеп, федераль түләүҙәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандан хәрбиҙәр бер тапҡыр 1 миллион 205 мең һум аҡса аласаҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Ситуация үҙәгенә - 122 йәки (347) 218-19-19 һандарына, һайлап алыу пунктына - (347)248-29-31 шылтыратырға мөмкин. Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.