Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙебеҙҙә лә дауалайҙар

Йәшәү йәме – балаларыбыҙҙа, уларҙың сәләмәт булыуында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш елдәре ҡайын башынан түгел, әҙәм башынан йөрөй шул. Башҡортостанда яман шештән яфаланған ҡыҙҙар һәм малайҙар бар. Уларҙы дауалау, хәлен яҡшыртыу маҡсатында быйыл 2 февралдә Республика балалар клиник дауаханаһында Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге асылды. Ул бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә – 2021 йылдың сентябренән 2023 йылдың декабренә тиклем – сафҡа инде. Медицина ойошмаһы онкология, гематология һәм иммунология сирҙәре менән интеккән балаларға юғары технологиялы махсус ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Иң көтөлгән объекттарҙың береһе – Был үҙәк – һаулыҡ һаҡлау тармағындағы иң көтөлгән объекттарҙыың береһе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар сирләй һәм ҡайһы бер осраҡта бик ҡаты ауырый. Шуға күрә беҙ Башҡортостанда уларҙы дауалау һәм үҙәктә булыуы өсөн иң яҡшы шарттар булдырырға тырыштыҡ. Әлеге ваҡытта был, ысынлап та, иң юғары технологиялы объекттарҙың береһе. Бында уникаль диагностикалау һәм лабораториялар базаһы булдырылды, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров объектты асҡанда. Быйыл 18 ғинуарҙа пациенттарҙы ҡабул итә башлаған, юғары заман ҡорамалдары менән йыһазландырылған комплекс 92 урынға иҫәпләнгән. Үҙәк командаһы формалашҡан һәм уңышлы эшләй. Элек Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында дауаланған бәләкәй пациенттар хәҙер республикала медицина ярҙамын ала. Заманса ҡорамалдарҙан файҙаланыу мөмкинлеген булдырылған, балаларҙың үҙебеҙҙә иң яҡшы диагностика алыуы, дауаланыуы мөһим. Был медицина ойошмаһының эш һөҙөмтәләре тураһында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистар менән матбуғат турын үткәргәндә Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибы Людмила Семавина Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгенеңт республика һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн мөһим булыуы тураһында белдерҙе. – Беҙҙең бәләкәй пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн был объект ысын ҙур бүләккә әүерелде. Бында бәләкәй пациенттар ғына түгел, уларҙың ата-әсәһе өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Был беҙҙә дауаланғандар өсөн бик мөһим. Өҫтәүенә, әле беҙҙә эшләгән ҡорамалдар диагностикалау һәм дауалау технологияларын үҫтереү мөмкинлеген бирә. Иң мөһиме – Башҡортостанда беренсе тапҡыр күҙәнәк технологиялары менән эшләй башлайбыҙ, електе трансплантациялай башлайбыҙ, – тип һөйләне Людмила Семавина. – Яман шеш менән сирләгән балалар – пациенттарҙың иң ауыр һәм етди категорияларының береһе. Әлеге ваҡытта 966 бала – белгестәребеҙ, онкологтар һәм гематологтар күҙәтеүе аҫтында. Барлыҡ балалар ҙа федераль үҙәктәрҙә референс-диагностикалауҙы үтте. Бәләкәстәргә тәүлек әйләнәһенә консультация биреү ярҙамды сифатлы күрһәтергә булышлыҡ итә. Шулай итеп, бында яңы технологиялар ҡулланыу дауам ителә һәм әмәлиәт исемлеге ҙурайғандан-ҙурая. Күптән түгел електе трансплантациялау буйынса беренсе операция эшләнде. Тармаҡта яңы үҙгәрештәр күп Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау тармағындағы ҡаҙаныштарҙы юғары баһаланы. Ә Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарар Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан ҡабул ителде һәм уның етәкселегендә төҙөлдө. Бинаның беренсе ташы 2021 йылдың сентябрендә һалынды. Былтыр декабрҙә файҙаланыуға әҙер булған бина Республика балалар клиник дауаханаһына тапшырылған. Бөгөн ете ҡаттан, 17,7 мең квадрат метр майҙандан торған бинала балаларҙың дауаланыуы, медицина хеҙмәткәрҙәренең эшләүе өсөн яҡшы шарттар булдырылған, онкология, гематология һәм иммунология сирҙәрен дауалау, диагностикалау өсөн тәғәйенләнгән яңы заманса ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Эштәр “Балалар һаулыҡ һаҡлау үҫеше” проектына ярашлы алып барылған. Проекттың дөйөм суммаһы – 4 миллиард һум. Республика бюджетынан – 2,5 миллиард һумдан ашыу, федераль бюджеттан 1,5 миллиард һум аҡса бүленгән. Үҙәк проекты академик, Дима Рогачев исемендәге Балалар гематологияһы, онкологияһы һәм иммунологияһы ғилми-медицина тикшереүҙәр үҙәге президенты Александр Румянцев тарафынан килешелгән. Ул үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашҡан һәм уның төбәктәге иң яҡшыһы икәнлеге тураһында әйткән. Үҙәктә иммунология, молекуляр биология лабораторияһы, гемопоэтинлы олон күҙәнәктәрен трансплантациялау, анестезиология һәм реанимация, онкология һәм гематология бүлексәләре, операциялар блогы, көндөҙгө стационар һәм башҡалар бар. Бынан тыш, үҙәккә ҡан һәм ҡан тамырҙары системаһының яман шеш булмаған ауырыуҙары менән сирләгән пациенттар диагностикалау һәм дауаланыу өсөн ебәрелә. Үҙәк – күп профилле ойошма. Унда төрлө профилдәге педиатрия белгестәрен йәлеп итергә мөмкин. Барлыҡ тикшереүҙәр, шул иҫәптән лаборатория, инструменталь, ультратауышлы тикшереүҙәр, компьютер томографияһы һәм башҡалар ойошторола. Республика балалар онкология һәм гематология үҙәгендә ауыр процедураларҙы үткән малай-ҡыҙҙарҙың күңелен күреү өсөн урында барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Ул сағыу һүрәтле, иркен коридорҙарҙан уйын бүлмәләренә тиклем йыһазландырылған. Бынан тыш, “Уҡыйбыҙ, беләбеҙ” федераль госпиталь мәктәбе урынлашҡан, ислам һәм христиан конфессиялары вәкилдәре өсөн доға ҡылыу урындары һәм башҡалар булдырылған. ФЕКЕР Ләйсән (Алмас исемле малайҙың әсәһе): – Алмас– етенсе балам. Былтыр декабрҙә дауалана башлағайныҡ. Ошондай үҙәктең үҙебеҙҙең республикала булыуына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Юғиһә, Балаҡатайҙан Өфөгә килеп, тағы ҡайҙалыр юлланырға тура килер ине. Фотоларҙа: Республика балалар онкология һәм гематология үҙәге; бәләкәстәр өсөн бында барлыҡ шарттар булдырылған. Автор һәм "Башинформ" агентлығы фотолары.