Башҡортостан Рәсәйҙә быйыл ярты йылда эшҡыуарҙарҙан һәм ойошма-предприятиеларҙан күсемһеҙ милекте теркәү, иҫәпкә ҡуйыу буйынса электрон ғаризалар һаны буйынса бишенсе урынға сыҡты. Республикала бындай ғаризалар һаны – 83, Рәсәйҙә 67 процент тәшкил итте. Был хаҡта “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец хәбәр итте. - “Росреестр” тарафынан күрһәтелгән хеҙмәт ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәп-теркәү тармағында бизнесты алып барыуҙы ябайлаштырыу һәм республиканың инвестициялар йәһәтенән йәлеп итеүсәнлеген күтәреү инструменты булып тора. Башҡортостанда күсемһеҙ милекте теркәү һәм иҫәпкә ҡуйыу буйынса электрон ғаризаларҙы теркәү ваҡыты бер эш көнөнән артмай. Электрон хеҙмәттәрҙе популярлаштырыу өсөн эшҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлекте дауам итәсәкбеҙ, - тип хәбәр итте Петр Клец. Эшҡыуарҙар араһында электрон хеҙмәттәрҙе таратыу маҡсатында бизнес, дәүләт власы һәм күсемһеҙ милек буйынса ҡатнашыусылар йәһәтенән 180 уҡыу үткәрелгән. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ. Эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү милли проекты (национальный проект «Малое и среднее предпринимательство. Поддержка предпринимательской инициативы”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/24572/