Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Өләсәһен һыуытҡысҡа һалып ҡуйған

Ейәнсура районында 30 йәшлек ирҙе өләсәһен үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. БР буйынса тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың 25 июлендә полицияға уның ҡыҙы мөрәжғәт итә. Ул85 йәшлек әсәһен күрергә килгәс, өйҙә әсәһе лә, ейәне лә булмай. Шулай уҡ ихаталағы ике һыйыр ҙа юғалған. Ул улына өләсәһен һорап шылтырата. Ир өләсәһен Иҫәнғол ауылына алып барыуын әйтә, ә һуңынан бөтөнләй бәйләнешкә сыҡмай..

Тикшереү барышында ир Өфөлә табылған, унда ул төрлө эштә йөрөгән. Һорау алғанда ул өләсәһен үлтереп һыуытҡысҡа йәшереүен, һыйырҙарын һатҡанын һәм Өфөгә киткәнен һөйләй.

Әҙәм аҡтығына ҡарата енәйәт эше судҡа тапшырылған.