Был ҡот осҡос енәйәт былтыр йәй Ейәнсура районының Иҙәш ауылында булғайны. Июлдә бында өлкән йәштәге ҡатын ғәйеп була. Был турала полицияға ғаризаны ҡатындың ҡыҙы бирә. Өләсәй менән бергә уның ейәне лә юғала. Шулай уҡ өй мөлкәте лә юҡ була. Өләсәйҙе эҙләү иғлан ителә. Тик тәүге осор һөҙөмтә булмай. Ә өс ай үткәс инәйҙе табалар. Ул ошоға тиклем туңдырғыс камераһында ятҡан була... Күп тә үтмәй енәйәтте кем һәм нисек эшләгәне асыҡлана. Хәл былай булған: бер ҡатын әсәһе менән улы янына Иҙәш ауылына килә. Тик улар юғалған булып сыға. Шулай уҡ хужалыҡтағы ике баш һыйыр ҙа юҡ була. Ҡатын 30 йәшлек улына шылтырата. Ир өләсәһен икенсе ауылға алып барҙым һәм уны унда ҡарайым, ти. Аҙаҡ иһә бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Һөҙөмтәлә уны өс айҙан Өфөлә табалар. Ул төрлө эштәрҙә эшләп йөрөгән. Тәүҙә полиция хеҙмәткәрҙәренә өләсәһе үҙе үлгән, һәм ул ҡурҡышынан кәүҙәһен туңдырғысҡа йәшерҙем, ти. Һыйырҙарҙы һата ла, шул аҡсаға Өфөгә китә. Тик аҙаҡ дөрөҫөн һөйләй: бер көндө ул иҫерек килеш ҡайтҡан һәм 85 йәшлек һуҡыр әбейҙе туҡмаған. Иртән генә уның үлгәнен аңлаған һәм кәүҙәһен йәшергән. Һәм бына бөгөн билдәле булыуынса, был эш буйынса енәйәт эше тикшерелеп бөткән. Ейәне үҙенең ғәйебен таныған. Быға тиклем бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған. Енәйәт эше ҡарау өсөн республиканың Юғары судына ебәрелә. Фото: "Учалинская газета".