Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән Нәсимә Ғайсинаның баҡсаһында быйыл аҡ ҡарағат ныҡ уңған. Уңған хужабикә унан нисек желе эшләргә өйрәтә. "Аҡ ҡарағаттан желе ҡайнатып алдым. Бер аҙ ғына әскелтемерәк тә, татлы тәмдәге ҡарағат желеһе менән мәтрүшкәле сәй бигерәк тәмле булды.Өҫтәлемдә ризығым мул булһын тиһәң, ҡул ҡаушырып ултырмайһың инде, Хоҙайҙан һорап. Ҡайнатмаң - балаларға ла витаминлы күстәнәс.Йыйып алғас та, әгәр көндәр ҡоро торһа, ҡыуаҡҡа һыу ҡойорға кәрәк. Йәй буйына бар көсөн емешләнер өсөн биргән ҡыуаҡлыҡ ҡышҡа нығынып инһен. Көҙ төбөнә тиреҫ ҡатыш ҡара тупраҡ һалам. Бер төпкә бер биҙрә етә. Былай итһәң, тамыры ла өшөмәй, икенсенән яҙғылыҡҡа бик яҡшы ашлама ла була һалған тупрағың. Иртә яҙҙа төрлө ҡорт, бөжәктәр эйәләмәһен өсөн, дарыу һиптерәм", -тигән ул Ә инде нисек желе эшләргә икәнлеген ул видояҙмала бик матур итеп аңлата. Фото һәм видео: Нәсимә Ғайсинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.