Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Туймазыла майҙанда стела төҙөү дауам итә

Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында Октябрь майҙанын төҙөкләндереү дауам итә. Майҙа бында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектның "Уңайлы ҡала мөхителу" федераль программаһы буйынса иҫтәлекле стела төҙөлә башланы. Бейеклеге 12,5 метрлыҡ стелаға сәғәттәр ҡуйыласаҡ, ә уның осон Туймазы районы гербы биҙәйәсәк. Стеланың уң һәм һул яғында барельеф менән биҙәлгән гранит плитәләр ҡуйыла. Унда ҡаланың төп иҫтәлекле урындары, шулай уҡ нефть сәнәғәтенә, уҡытыусыларға, табиптарға һәм инженерҙарға арналған һүрәттәр сағылдырыласаҡ. "Эшселәр барельеф өсөн нигеҙ һалды. Буласаҡ стеланың стеналарын плитка менән көпләгәндәр. Стеланың башында сәғәт өсөн ҡумта эшләгәндәр. Әле барельеф нигеҙенә плита һалыу эштәре бара”, – тип аңлатма бирҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Шәңгәрәев. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Мәҫәлән, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса республикала 683 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. Б

Башҡортостан Республикаһының Туймазы ҡалаһында Октябрь майҙанын төҙөкләндереү дауам итә. Майҙа бында "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектның "Уңайлы ҡала мөхителу" федераль программаһы буйынса иҫтәлекле стела төҙөлә башланы. Бейеклеге 12,5 метрлыҡ стелаға сәғәттәр ҡуйыласаҡ, ә уның осон Туймазы районы гербы биҙәйәсәк. Стеланың уң һәм һул яғында барельеф менән биҙәлгән гранит плитәләр ҡуйыла. Унда ҡаланың төп иҫтәлекле урындары, шулай уҡ нефть сәнәғәтенә, уҡытыусыларға, табиптарға һәм инженерҙарға арналған һүрәттәр сағылдырыласаҡ. "Эшселәр барельеф өсөн нигеҙ һалды. Буласаҡ стеланың стеналарын плитка менән көпләгәндәр. Стеланың башында сәғәт өсөн ҡумта эшләгәндәр. Әле барельеф нигеҙенә плита һалыу эштәре бара”, – тип аңлатма бирҙе ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәфис Шәңгәрәев. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Мәҫәлән, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты буйынса республикала 683 йәмәғәт киңлеге төҙөкләндерелгән. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Туймазы районы хакимиәте.