Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һигеҙ көндән һуң табылған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Татарстандан 28 июлдә 35 кешенән торған турист төркөмө Бөрйән районына ял итергә килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа йөҙөп барғанда Бөрйән районының Иҫке Собханғол һәм Мәндәғол ауылдары араһында бер ирҙең сумкаһы һыуға төшөп китә һәм ул, уны алыр өсөн ынтылып, һыуға ҡолай. Яр Саллы ҡалаһынан килгән 50 йәшлек ир ҡотҡарыу жилеты кеймәгән була. Ул шунда уҡ һыу аҫтына китә һәм башҡаса сыҡмай. Ҡотҡарыусылар һыуға батҡан туристы ошоға тиклем эҙләне. Һигеҙ көндән һуң уны кәүҙәһен Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары (Белорет ҡалаһынан) тапҡан. Фото: МЧС.