Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Краснокама ГТО рейтингында алдынғылыҡты бирмәй

Краснокама районы икенсе квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында ГТО рейтингында лидер булып ҡала. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы – “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуҙа төп ҡоралдарҙың береһе. Уның төп бурысы – 2030 йылға физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың һанын 70 процентыҡа тиклем еткереү. Йыл башында район ГТО рейтингы лидерҙарына сығыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн туғыҙ критерий буйынса эште әүҙемләштерелгән. Урындарҙа тест үткәреү сифатына, комплексҡа яңы ҡатнашыусылар йәлеп итеүгә, отличие билдәләренә нормативтар үтәгән кешеләрҙең өлөшөн арттырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыуға, киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эш алып барыуға ҙур иғтибар бүленгән. "Лайыҡлы һөҙөмтә! Өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмайыҡ! Муниципаль тест үткәреү үҙәге район хакимиәтенә ГТО хәрәкәтенә ярҙам иткәне өсөн ихлас рәхмәтен белдерә. Краснокама районы халҡына ГТО комплексы нормативтарын үтәүҙә әүҙем ҡатнашҡан

Краснокама районы икенсе квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Республикаһында ГТО рейтингында лидер булып ҡала. “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы – “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуҙа төп ҡоралдарҙың береһе. Уның төп бурысы – 2030 йылға физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе граждандарҙың һанын 70 процентыҡа тиклем еткереү. Йыл башында район ГТО рейтингы лидерҙарына сығыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн туғыҙ критерий буйынса эште әүҙемләштерелгән. Урындарҙа тест үткәреү сифатына, комплексҡа яңы ҡатнашыусылар йәлеп итеүгә, отличие билдәләренә нормативтар үтәгән кешеләрҙең өлөшөн арттырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыуға, киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эш алып барыуға ҙур иғтибар бүленгән. "Лайыҡлы һөҙөмтә! Өлгәшелгәндә туҡтап ҡалмайыҡ! Муниципаль тест үткәреү үҙәге район хакимиәтенә ГТО хәрәкәтенә ярҙам иткәне өсөн ихлас рәхмәтен белдерә. Краснокама районы халҡына ГТО комплексы нормативтарын үтәүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт, бөтәһенә лә яҡшы кәйеф һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Спорт – ул тормош. ГТО – ул спорт!”, - тине муниципаль ГТО тестын үткәреү үҙәге етәксеһе Альберт Латипов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Краснокама районы хакимиәте.