Халҡыбыҙың милли ризығы ҡымыҙҙы республиканың һәр районында осратырға мөмкин, әммә яңы ғына һауылған һаумал ҡымыҙҙы, ай–һай Әбйәлил районынан башҡа урында осратырмын тимә. Уныһын да Гүзәлиә Сабитованың ҡымыҙ йәйләүендә. Гүзәлиә менән Марат Сабитовтар Ҡужан һәм Дауыт ауылдары араһында үҙҙәренең ҡымыҙ фермаһын төҙөгән. Юл ыңғайы булғас, һатып алыусыларға ла рәхәт, теләгән саҡтарында боролоп, шифалы эсемлекте алып китә. Шуға күрә Сабитовтарға көндәлек ҡымыҙҙы ҡайҙалыр алып йөрөргә кәрәкмәй, күп осраҡта етештергән ризыҡ көнәнә етмәй ҙә ҡала. Быйыл уңған ғаиләгә улдары Ислам, Сабит һәм Хәниф тә ҡушылған, улар йылҡы көтә. Көндәлек эш хаҡы ла түләнә, быйыл улдарына ышанып, көтөүсе ялламағандар. Беҙ барғанда өс егет йылҡыларҙы ҡыуып алып килеп, киләһе һауымға индерергә әҙерләнә ине. Төп көс әле Исламға төшә, уға ҡустыһы Сабит ярҙамлаша, ә бына Хәниф әлегә йорт кәзәләрен ҡарай. Ферма янында бер нисә кәзә лә аҫрала. Сабитовтарҙың бер–береһе менән танышыуҙарында ла Марат Әхәт улының атҡа ҡарата ҡ