Кәртә артында үҫкән дегәнәк әллә күпме сиргә ҡаршы дауа икәнен беҙ белеп тә, аңлап та, баһалап та етмәйбеҙ. Япондар, Кавказ халыҡтары дегәнәкте даими рәүештә аш-һыу әҙерләгәндә ҡуллана. Уның хатта хатта яман шешкә ҡаршы торор көсө бар. Ашарҙан ярты сәғәт самаһы алдан дегәнәк һуты эсеү яҡшы һөҙөмтә бирә: үтте, бәүелде ҡыуа, шәкәрҙе төшөрә, быуын һыҙлауын баҫа, бауыр-бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды таҙарта. Дегәнәктең яман шеш ҙурайыуын тотҡарлауы билдәле. Сирҙең төрөнә ҡарап, бер-ике аш ҡалағынан алып тулы стаканға тиклем һут билдәләйҙәр. Әммә быны мотлаҡ табип йәки үлән менән дауалау белгестәре кәңәшенә нигеҙләнеп башҡарырға кәрәк. Ә инде һәр төрлө яман шеште иҫкәртеү өсөн көн һайын иртәнсәк ас ҡарынға бер аш ҡалағы дегәнәк һуты эсергә кәңәш итәләр. Япраҡтарын иртә яҙҙан көҙгәсә йыйырға мөмкин. Әммә уларҙың иң һутлы мәле – май, июнь, ти фитотерапевтар. Шулай ҙа быйылғы ише ямғырлы йәйҙә дегәнәк һәм башҡа дарыу үләндәре һутын оҙаҡ юғалтмай. Шуға күрә дегәнәк һутын әле лә запаслап эшлә