Башҡортостанда яңы уҡыу йылы ғәҙәттәге кеүек 1 сентябрҙә түгел, ә 2 сентябрҙә башлана. Был турала социаль селтәрҙәрҙә республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итте. Министрҙың аңлатыуынса, быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә, шуға килә тәүге уҡыу көнө дүшәмбегә күсерелә. “Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле коллегалар һәм ата-әсәләр! Быйыл Белем көнөн үткәреү буйынса һорауҙар килә. Белем биреү ойошмаһында уҡыу йылы 1 сентябрҙән башлана. Әгәр был көн ял көнөнә тура килһә, был осраҡта уҡыу йылы ялдарҙан һуң тәүге эш көнөндә башлана. Шулай итеп, 2024-2025 йылда уҡыу йылы 2 сентябрҙә башлана” – тип яҙҙы ул. Әйткәндәй, ҡануниәткә ярашлы, Белем көнө билдәләнгән көндә Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, уҡыу йылы 2 сентябрҙә башланғас, тап ошо көндә республикала алкоголь һатылмаясаҡ. Бында һыра ла инә. Тыйыу бөтә магазиндарға ла ҡағыла, ә йәмәғәт туҡланыуы нөктәләренә таралмай. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.