Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Тренер булып тыуырға кәрәк!”

Йөҙөү буйынса тренер Нефтекама ҡалаһында тыуған. Әлеге ваҡытта ул Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында йәшәй һәм шунда уҡ эшләй. Вера Исмәғилеваның бер иҫ киткес ғәҙәте бар: ул көн һайын да, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауылдан ҡалаға һәм кире йүнәлештә йүгерә. Спортсы ошо рәүешле үҙенең физик формаһын һаҡлай. Вера Исмәғилева еңел атлетика, йөҙөү, полиатлон буйынса ярыштарҙа күп тапҡыр еңеү яулаған. Әлеге ваҡытта ул “Прикамье” физик культура-һауыҡтырыу комплексында йөҙөү буйынса тренер. – Йүгереү минең өсөн бала саҡтан килгән ғәҙәт. Әгәр ҙә иртән йүгермәһәм, көнөм насар үткән кеүек. Бер ниндәй һауа торошо ла ҡамасауламай. Ҡышҡыһын курткаһыҙ, атап әйткәндә, футболкала ғына йүгерәм. Минең уйлауымса, тренер булып тыуырға кәрәк, ә теләк көслө булыуы менән генә быға ирешеп булмай. Балалар менән уртаҡ тел таба белеү ҙә бик мөһим, – ти Вера Исмәғилева. Әйткәндәй, тренерҙың ике улы – Влад менән Рома ла спорт менән дуҫ. Өлкәне футбол һәм йөҙөү менән шөғөлләнһә, кесеһен әлегә сыныҡтырыуға ғына ылыҡтыра. Вера Исмәғилева балалар менән генә шөғөлләнмәй, ә ололарҙа ла спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Улар бергәләп зарядка эшләй, волейбол уйнай. “Спорт менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел”, – ти ул. – Өйҙә тик кенә ултырмағыҙ. Ҡурҡмағыҙ һәм ялҡауланмағыҙ! Спорт менән шөғөлләнегеҙ. Көн һайын йүгерегеҙ! Алға! – тип һүҙен тамамланы Вера Исмәғилева. Фото: kamazori.ru.