Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тағы бер хәрби республикала стажировка үтә

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһы сиктәрендә республикала стажировканы МХО-ла ҡатнашыусы майор Борис Дудко үтәсәк тине. Хәрби Бөрө ҡалаһында тыуған, Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған. 2022 йылдан алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрби бурыстарын үтәгән саҡта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Борис Дудкоға Рәсәй Геройы исемен бирҙе. Әлеге ваҡытта хәрби Фрунзе исемендәге Ҡораллы Көстәрҙең Дөйөм ғәскәри академияһында уҡый. “Геройҙар ваҡыты” программаһын ил Президенты Владимир Путин башланы. Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан юғары квалификациялы һәм компетентлы кадрҙар әҙерләүгә төбәлгән. Әйткәндәй, яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо уҡ программала ҡатнашҡан хәрби, майор Оскар Ситдиҡовҡа генерал Шайморатов орденын тапшырғайны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.