Программаның авторы – Башҡортостандың ДОСААФ рәйесе Игорь Нурмөхәмәтов ирекмәндәргә һәр контрактсы өсөн 50 мең һум аҡса түләргә тәҡдим итә. Аҡсаны кем һәм нисек аласаҡ? - әүҙемсе халыҡҡа агитация үткәрә; - әгәр кемдер контрактҡа ҡул ҡуйырға ҡарар ҡабул итһә, әүҙемсе менән буласаҡ хәрби бергәләп ДОСААФ бүлексәһенә бара; - аңлатыу эше үткәрелә; - кандидат медицина комиссияһын үтә; - хәрби хеҙмәт итеү урынына китә. Ошо юлды үтеү менән әүҙемсе аҡсаға иҫәп тота ала. Бынан тыш, проектта ҡатнашыусылар Башҡортостан менән генә сикләнмәй. Йәшәгән урындың әһәмиәте юҡ. “Рекрут” проектына бәйле бөтә һорауҙар менән Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә 8 (347) 218-19-19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була. Рәсәй ДОСААФ-ның урындағы бүлексәләре адрестары һәм телефондарын https://dosaaf02.ru/map сайтында табырға була. Урындағы хәрби комиссариат адрестары һәм телефондары: https://pravitelstvorb.ru/activity/685/