Йәй көнө күптәрҙең отпускылары башлана. Кемдер сит илдәргә бара, диңгеҙ буйында ял итә, икенселәре тыуған яғыбыҙҙың матур урындары буйлап сәйәхәт итә. Ә бына "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков шифалы Тоҙлокүлгә барырға ярата. Ниндәй Тоҙлокүлме? "Бер нисә йыл Соль-Илецк күленә барып, һаулыҡты нығытырға тура килде. Тик беҙҙең Ейәнсура халҡы ул тирәне бик яратмай ул, “Лутсы Беляевкаға барам, унда таҙа ла, кеше лә күп түгел, ә батҡағының шифаһы шул уҡ", - тип һөйләгәндәрен күп тапҡыр ишетергә тура килгәс, бер йылы эҙләп киттек Беляевка батҡағын. Беҙҙең тирәнән 100 километр тирәһендә урынлашҡан был урын. Бик ҡулай. Иртәнсәк сығып китәһең дә, шифа алып, төштән һуң ҡайтып та етәһең. Ҡыуандыҡтан Ырымбурға барғанда Алабайтал тигән ауылда һулға боролаһың да Жанаталап тигән ауылда тағы һулға китәһең. Новоорловка тигән ауылдың автобус туҡталышы тирәһендә уңға табан юл алаһың һәм дала буйлап елдерәһең генә инде. Унда бер генә юл. Әйтеүҙәренсә, бер нисә йыл элек эшҡыуарҙар был тирән